Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһына 30 йыл

Ошо уңайҙан Өфөнөң «Торатау» конгресс холында пленар ултырыш үтте. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр араһында ир-егеттәр генә түгел, гүзәл заттар ҙа байтаҡ. Улар хатта, асфальт һалыу, электр линиялары һуҙыу, йөк ташыу кеүек тармаҡтарҙа ла эшләй. Йәғни, эшҡыуарлыҡта ҡатын-ҡыҙҙар үҙләштермәгән бер генә йүнәлеш тә юҡ. Әммә иң юғары процент аҙыҡ-түлек етештереү, матурлыҡ, хеҙмәтләндереү өлкәһенә тура килә.

Пленар ултырышта хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде, «Йыл эшҡыуары» конкурсы еңеүселәре билдәләнде, Рәсәй сәнәғәтселәр союзы менән хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды.Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, ассоциация ағзалары бер-береһенә ярҙам итеп, ҡулға-ҡул тотоноп эшләй. Мәҫәлән, Миәкә районы эшҡыуарҙары даими рәүештә төрлө саралар ойоштора, проблемаларҙы уртаға һалып хәл итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ