Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған спорт ярышы уҙғарылды. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 170 ҡатнашыусы 6 спорт төрөндә көс һынашты. Атап әйткәндә, һыуҙа йөҙөү, өҫтәл теннисы, гер күтәреү, шашка, дартс һәм коляскала фируралы йөрөтөү ярыштары үткәрелде.
Сара адаптив физкультураны үҫтереү һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең буш ваҡытын файҙалы итеп үткәреү маҡсатында ойошторола. Спорт ярыштарын «Мир» инвалидтар ойошмаһы Президент гранттары ярҙамында ғәмәлгә ашыра.



