Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ төбәктең үҫешенә ҙур өлөш индерә, республика икенсе йыл Рәсәйҙең сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы иң яҡшы төбәге исемлеген етәкләй, тине Башҡортостан башлығы. Бүләкләү тантанаһынан БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙма.
Токарь, конструктор, машинист. Бүләкләү тантанаһына сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре йыйылған. Уларҙың көндәлек эше төбәк үҫешенә үҙ өлөшөн индергән. Лилиана Муллағолова 40 йылға яҡын «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе»ндә йыйыу һәм монтажлау, ремонт эштәре контролеры булып эшләй. Уның иңенә яуаплы вазифа йөкмәтелгән - авиация двигателдәренең сифатын тикшереү.
Тармаҡ хеҙмәтсәндәренең һөнәри байрамы бынна ете йыл элек Башҡортостанда сәнәғәт сәйәсәте тураһындағы закон ҡабул ителгән көнгә билдәләнгән. Нефть химияһы, электроэнергетика, машиналар эшләү, металлургия - төбәктең алдынғы тармаҡтары иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай. Донъя иҡтисадында ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, предприятиеларҙың етештереү ҡеүәте арта, тине республика башлығы сығышында.
Республика илдең ҡеүәтле индустриаль төбәге, ҡайһы бер сәнәғәт продукцияһы төрҙәре буйынса Рәсәйҙәге иң эре етештереү үҙәге. Төбәктә еңел сәнәғәт, урман сәнәғәте комплексына ярҙам күрһәтелә, льготалы займдар һәм гранттар бүленә.
Был предприятиеларҙа 250 мең сәнәғәт хеҙмәткәре иҫәпләнә. Шуға күрә һөнәри байрам тотош илдең үҫешенә өлөшөн индергән ябай хеҙмәткәрҙәрҙең эшен баһалау сараһы ла.
Лилиә Мәҡсүтова



