Башҡортостан менән «Ростех» корпорацияһы араһында стратегик партнерлыҡ килешеү ҡабул ителде

Хеҙмәттәшлек документына бөгөн Өфө моторҙар эшләү берекмәһе базаһында уҙған ведомство-ара комиссия ултырышында Радий Хәбиров менән Анатолий Сердюков ҡул ҡуйҙы.

Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан Башҡортостан етештереү ҡеүәтен арттыра. Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итә. Республика икенсе йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса рейтингта беренсе урын биләй. Быйыл 10 айҙа сәнәғәт 3 процентҡа тиклем күтәрелгән, уның ундан бер өлөшөн «Ростех» предприятиеһы сығарған продукция биләй. Башҡортостан башлығы «Ростех» корпорацияһы етәкселәрен Өфөлә уҙған халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашырға ла саҡырҙы.

Ултырышта билдәләнеүенсә, Рәсәй сәнәғәт үҫеше фонды двигателдәрҙе йыйыу һәм һынау буйынса етештереү-технология комплексы асыуға 2 миллиард льготалы займ бирергә хәл иткән. Ҡоролманы 2027 йылда сафҡа индереү ҡарала. Бынан тыш, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе газ-турбина ҡоролмаларының ҡеүәтен күтәреү буйынса программа әҙерләгән. Параллель рәүештә газтранспорт предприятиеларының хеҙмәткәрҙәрен яңыртылған аппараттарҙа эшләү өсөн уҡытыу, белемен камиллаштырыу бара.

Ведомство-ара комиссия ағзалары телекүпер форматында Благовещен районындағы компрессор станцияһында сираттағы газ ҡыуыу агрегатын монтажға ебәреүҙә лә ҡатнашты. Ултырыш Башҡортостан менән «Ростех» корпорацияһы араһында стратегик хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ