Рәсәй хәрбиҙәре ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып Украина нацистарына ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бара. Йыш ҡына улар шартлатҡыс менән йыһазландырылған юлдарҙан йөрөргә мәжбүр. Бындай шарттарҙа яугирҙарыбыҙ өсөн ышаныслы транспорт сараһы талап ителә. Тап шуның өсөн дә Стәрлетамаҡтағы йүнселдәрҙең береһе фронттағылар өсөн машиналарҙы үҙгәртеп ҡора башлаған. Броня кейгән «УАЗ»дар менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
Халыҡ араһында Буханка тип йөрөтөлгән «УАЗ» үҙенең юғары үтеүсән булыуы менән айырыла. Юҡҡа ғына был машиналар махсус хеҙмәттәрҙең иң ҙур ярҙамсыһы. Хәҙер Ульяновск машиналары хәрбиҙәрҙең дә ғүмер һаҡлаусыһына әйләнәсәк. Сөнки Стәрлетамаҡ оҫталары ярҙамында ябай вездеходтар бронялы итеп үҙгәртеп ҡорола.
Автосервис хеҙмәткәрҙәре түбән углеродлы ҡоросто осраҡлы ғына һайламаған. Белгестәр иҫәпләүенсә, ҡалынлығы биш миллиметр ғына булһа ла, ул хәрбиҙәрҙе дошман пуляһынан йәки снаряд ярсығынан ышаныслы һаҡлай. Икенсенән саманан тыш ауыр түгел. Автосервиста броня менә уратып алынған был беренсе машина ғына түгел. Ошондай уҡ ысул менән яңыраҡ «УАЗ Хантер» ҙа үҙгәртеп ҡоролған.
Яҡын көндәрҙә Салауат Хәйретдинов вездеходтар менән махсус хәрби операцияға юллана. Ишембай районы хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары фронҡа үҙ теләге бара. Запастағы офицер ике ай дауамында иптәштәре менән хәрби күнекмәләрҙә ҡатнашҡан.
Ике машина ла Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон өсөн тәғәйенләнгән. Әйткәндәй, фронтағы яҡташтарыбыҙға оҙатылған был тәүге автомобилдәр генә түгел. «Башнефтегеофизика» предприятиеһы ла Башҡортостан батальондарына бронялы ике «Урал» ебәрергә теләк белдергән. Уларҙың береһе алғы һыҙатҡа барып еткән дә инде.
Илдар Байбулатов



