«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә балалар сәнғәт мәктәбенә 11 миллион 886 һумға капиталь ремонт

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы Сөләймән Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбе бөгөн икенсе һулышын кисерә. Яңыртылған уңайлы, иркен кластарҙа белем алыусы уҡыусылар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Дүртенсе класс уҡыусыһы Дамир Йомалин дәресе бөтөү менән сәнғәт мәктәбенә ашыға. Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә ул икенсе йыл ғына шөғөлләнә. Капиталь ремонттан һуң яңыртылған, иркен, яҡты бүлмәләрҙә ҡурай уҡытыусыһы Илсур Илтенбаевтан башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнарға өйрәнә.

Ә был залда малай-ҡыҙҙар бейеү хәрәкәттәрен өйрәнә. Классик дәрестәргә улар ҙур теләк менән йөрөй. Хореограф Фәниә Фәсхетдин ҡыҙы күрһәткән хәрәкәттәрҙе үҫмерҙәр тиҙ генә отоп алып, теүәл һәм бер темпта башҡарырға тейеш. Капиталь ремонтҡа тиклем шыҡһыҙ, уңайһыҙ залда шөғөлләнһәләр, хәҙер бейеү өйрәтер өсөн шарттар ҡаланыҡынан һис тә кәм түгел.

Фортепияно дәрестәрендә үҫмерҙәрҙән айырым тырышлыҡ талап ителә, ә моң илендә оҫталыҡҡа ирешер өсөн күп тапҡырҙар йорт шарттарында үҙаллы шөғөлләнергә тура килә. Музыка ҡоралынан саҡ ҡына башы күтәрелеп торған Тимур Сиражетдинов киләсәктә бөтә донъяға билдәле виртоуз баянсы булырға хыяллана. Ә был залда ҡылҡәләм серҙәренә төшөнөүселәр йыйылған. Быға тиклем 1-се мәктәп һәм мәҙәниәт йорто биналарында шөғөлләнеүселәргә лә яңыртылған мәктәп айырым илһам өҫтәй.

Ейәнсура районы үҫмерҙәре мәктәп йылдарынан 11 йүнәлештә төрлө һөнәр үҙләштереп, оло тормош юлына аяҡ баҫһын өсөн районда бөтә шарттар тыуҙырылған. Уҡытыусылар үҫмерҙәрҙе сәнғәт донъяһы оҫтаһынан тыш, илһөйәрҙәр итеп лә күрергә теләй.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ