Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса хөкүмәт шундай ҡарар ҡабул итте. Программа медицина һәм мәғариф ойошмалары өсөн дә ғәмәлдә була. Мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана, фельдшер-акушер пункттарына газ торбаһы һуҙыу өсөн түләргә кәрәкмәй. Шәхси йорттарҙы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу буйынса социаль программа 2021 йылда эшләй башланы. Беҙҙең республикала 64 меңдән ашыу йортҡа газ торбаһы бушлай һуҙыласаҡ. Бынан тыш Башҡортостанда айырым төркөмгә ҡараған кешеләргә газ үткәреү өсөн сертификат бирелә.







