-Йыл һайын маҡсатлы белем биреү тураһында килешеүҙәр төҙөлә, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. - Студенттарға практика була, уҡытыусылар стажировка үтә. Уҡыу йорттарына заманса ҡорамалдар килтерелә. Эшкә урынлашыр алдынан яҡшы белем бирергә тырышабыҙ. Килешеү буйынса әҙерләнгән программаларға ярашлы уҡыусыларҙың 80 процентын "Ростех" предприятиеларына урынлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ, - ти Радий Хәбиров.







