Изге теләктәр менән Баймаҡ районында ҡорбан салынды

Баймаҡ районында мобилизацияға саҡырылған ир-егеттәргә махсус хәрби операциянан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, ҡорбан салынды. Тулыраҡ,киләһе яҙмала.

Ҡорбан салып, аят ҡылыу - мосолмандарҙың изге йолаларының береһе. Ошо көндәргә әле ут эсендә йөрөгән ир -егеттәребеҙҙең иҫәнлегенә ҡорбан салынды. Район хакимиәте тарафынан бүленгән ике ҡорбанлыҡ һарыҡ ите күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә таратып биреләсәк.

«Өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәрҙең ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүҙе дауам итеү - беҙҙең бурыс. Егеттәргә аҙыҡ -түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын ебәреү ойошҡанлы бара» тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙ сығышында.

Һалдаттар иҫәнлегенә ҡорбан килтереү - Баймаҡ районының бихисап ауылдарында башҡарылды. Изге ниәттә, изге уйҙа салынған ҡорбандар ҡабул булыуын, егеттәребеҙҙең Тыуған яҡтарға имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйһе ҡала.

Альбина Байегетова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ