Өфөләге «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә ВИЧ-ҡа бушлай тест тапшырыу акцияһы үтте

Уны СПИД һәм инфекция ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге белгестәре ойошторҙо. Анализ яңы технологиялар буйынса алынды. Тест һөҙөмтәһе 5 минут эсендә әҙер була. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы арала кешеләр үҙ сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырған һәм анализ тапшырған ваҡытта ВИЧ инфекцияһына тест үтеүселәр ҙә күп.

Профилактика кампанияһы бер көн менән генә сикләнмәй. Лекция тыңлау менән экспресс-тест тапшырыу өсөн уҡыу йорттарында ла майҙансыҡтар ойошторола. Иглин ауылының агросәнәғәт колледжында Йәштәр үҙәге педагогтары студенттар менән осрашыу үткәрҙе. Уларға вирус хаҡында, уның хәүефлеге тураһында һөйләне.

Студенттарға СПИД-ҡа ҡаршы көрәш символы - ҡыҙыл таҫмалар тараттыҡ. Уны был ауырыу ҡорбандары иҫтәлегенә тағып йөрөтәләр.

Оксана Клименко, Иглин районының «Алпамыш» йәштәр үҙәге хеҙмәткәре
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ