Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға теләүселәр һаны арта

Шаран районы Дүртөйлө ауылы халҡы биләмәләге скверҙы төҙөкләндереү өсөн урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға иҫәп тота.

Инициатив төркөм эште ауылды төҙөкләндереү буйынса йәш быуындың фекерен өйрәнеүҙән башларға ҡарар иткән. Ошо маҡсатта биләмәлә «Ауылды төҙөкләндереү балалар күҙлегенән», «Ауылды үҙгәртеүсе идеялар», «Минең кесе Ватаным» тигән темаларға һүрәттәр, иншалар һәм шиғыр уҡыусылар конкурстары ойошторолған. Ижади конкурстарҙа 50-нән ашыу бала йәшәгән урындарын төҙөкләндереү буйынса үҙ фекерҙәрен белдергән.

Ауыл халҡы ҡатнашлығында үткән йыйылышта кескәй илһөйәрҙәрҙең тәҡдимдәрен өлкәндәр ҙә хуплап сыҡты. Һәр йылдағыса, Дүртөйлө халҡы ауылды матурлау эшендә күмәкләп ҡатнашырға килеште.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ