Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары - күренекле йырсы Фәриҙә Ҡудашева менән уның тормош иптәше, композитор Бәхти Ғайсиндың ижадына арналған конкурс быйыл 9-сы тапҡыр үткәрелде. Был юлы ул Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында ойошторолған.
Тамашасылар Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында тормоштарын сәнғәткә арнаған йондоҙло парҙың ижадын сағылдырған күргәҙмә менән танышты. Сәхнәлә конкурс еңеүселәре, башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаны. Кисәлә мәшһүр талант эйәләре репертуарынан билдәле йырҙар тәҡдим ителде. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Фәриҙә Ҡудашева үлемһеҙ йырҙары менән яу яландарында, госпиталдәрҙә лә күпләп сығыш яһаған. Быуындар бәйләнешен дауам итеп, «Ике аҡҡош» конкурсын ойоштороусылар ҙа быйылғы бәйгене махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнауын белдерҙе.



