Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй хәрбиҙәрен ҡеүәтләп митинг-флешмоб уҙҙы

Сара өс йөҙгә яҡын мәктәп уҡыусыһын һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын берләштерҙе. Улар ҡаһарманлыҡ символы - ҙур йондоҙ формаһында теҙелеп баҫты. Илһөйәрлек акцияһын ойоштороусы булараҡ «Йәш гвардия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе сығыш яһаны.

Хәрәкәт активистары Миңлеғәле Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабына ла төп терәк. Йәштәр көсө менән мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә адреслы социаль ярҙам күрһәтелә.

Флешмобҡа ихлас ҡушылдым. Йондоҙ - ул ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ, Еңеү билдәһе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең һәр ҡайһыһы - ысын герой. Улар Ватаныбыҙ һағында.

Алһыу Юлмөхәмәтова, «Йәш Гвардия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе активисы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ