Тикшереүҙәрҙе Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының үҙәк аппараты экипаждары үткәрә. Авария күрһәткестәренән сығып Федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙағы патрулдәрҙе көсәйтеү ҡарары алынған. Ҡала һәм райондарҙа экипаждарға полицияның башҡа хеҙмәттәре лә йәлеп ителә.Күләмле иҫкәртеү саралары юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ваҡытында тәүге ярҙам күрһәтеүҙе күҙаллай.






