Төбәк-ара уҙғарылған конкурста 85 ғаилә династияһы ҡатнашҡан. Тәүҙә улар үҙҙәре тураһында онлайн видеояҙмалар ебәрһә, конкурстың финалына 13 уҡытыусы үткән. Педагогтар Өфөлә асылған Бөтә Рәсәй ғәмәли форумында үҙ эштәрен яҡланы. Гран-при педагогик стажы 700 йыл булған һәм 30 уҡытыусы ингән Ҡотлоевтар династияһына тапшырылды. Династияларҙың бөтәһен дә уҡыусыларҙы, остазлыҡ хеҙмәтенә һөйөү берләштерә.
Форум сиктәрендә һанлы шарттарҙа белем биреү, яңы технологиялар менән эш итеү темаһы яҡтыртыла. Сараға федераль спикерҙар, һәм башҡа төбәктәрҙән ғалимдар саҡырылған. Уҡытыусылар өсөн лекциялар уҡыла, түңәрәк өҫтәлдәр үтә. Форум Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына 55 йыл тулыуға арнала.



