Ишембайҙа Зоя Космодемьянская исемендәге «Намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ музейы» асылды

Ишембай ҡалаһының 3-сө мәктәбендә Советтар Союзы Геройы Зоя Космодемья́нская исемендәге «Намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ музейы» асылды. Экспонаттарҙы йыйыуҙа педагогик коллектив үҙҙәре ҡатнашҡан, уҡыусылар менән берлектә фәнни эштәр башҡарылған.

Сара сиктәрендә башланғыс һәм өлкән синыфтар өсөн «Батырлыҡ» дәрестәре үтте. Осрашыуға хәрби бәрелештәр ветерандары саҡырылғайны. Әйткәндәй, белем усағында 900-гә яҡын бала уҡый, улар өсөн патриотик саралар даими уҙғарыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ