Был датаға бәйле төрлө акциялар уҙғарыла. Табиптар сир йоҡтормау, уны иҫкәртеү-киҫәтеү саралары тураһында һөйләй, лекциялар уҙғара. Рәсәйҙә СПИД 1987 йылдан тарала башлай. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда уны 39 мең ярым кеше йоҡтора. Республика медицина-профилактика үҙәгенең бүлек етәксеһе Эмма Әхмәҙуллина һөйләй.
Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһына бәйле һорауҙарға белгестән яуап алырға мөмкин. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтендә “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылды. Элемтә телефоны: 8-800-700-90-30.




