Форум бөгөн Өфөлә башланды. Унда Рәсәй төбәктәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар килде. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, конференцияла археологияла яңы алымдарҙы ҡулланыу мәсьәләһе ҡарала.
Нияз Мәжитов тарих фәндәре докторы, археолог. Уның фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың тимер быуатҡа һәм урта быуаттарға ҡараған археологик мәҙәниәттәре һәм ҡомартҡыларын өйрәнеүгә, башҡорттарҙың этногенезы мәсьәләләренә арналған.







