Йөҙөнсө АЛ-31СТ двигателе. «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе «Газпром» өсөн юбилейлы турбина эшләп сығарҙы. Уны Благовещен ҡалаһында «Поляна» компрессор станцияһында ҡороу башланды» тип хәбәр итә социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.
АЛ-31СТ- «Ростех» һәм «Газром» араһындағы хеҙмәттәшлек емеше. Ҡеүәтле, экологик яҡтан яҡшы двигателгә нефть һәм газ сәнәғәтендә ихтыяж ҙур. Әле АЛ-41СТ-25 турбинаһы өҫтөндә эш бара. Уның тәүге өлгөләре киләһе йылдарҙа барлыҡҡа киләсәк.



