Башҡортостандың Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ойошторған стенд Сочи ҡалаһында уҙған 2-се йәш ғалимдар конгресының юғары баһаһына лайыҡ булды. Сарала республиканың бер нисә уҡыу йорто ҡатнаша. Улар экспозицияға йәш ғалимдарҙың технология, экология, үҫемлекселек өлкәһендәге асыштарын ҡуйған.
Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә ингән Башҡорт дәүләт аграр университеты экспозицияға килеүселәрҙе күҙәнәктәр кимәлендә йәшелсәләр үҫтереү мөмкинлектәре менән таныштыра. Студенттар пробиркаларҙа сирһеҙ, юғары уңышлы, тиҙ өлгөрөүсән картуф үҫтерә. Был алымды ҡыҫҡа ваҡыт эсендә урман яңыртыу, экологияны яҡшыртыу маҡсатында ла ҡулланырға мөмкин.
Өфө фән һәм технология университеты булараҡ берләшкән авиация техник университеты студенттар болиды алып килгән. Автоуҙыш өсөн тәғәйен техника тулыһынса йәш ғалимдарҙың эшләнмәһе. Студенттар уны йылдан йыл камиллаштыра, янғын сарыф итеүен кәметә, двигателдең ҡеүәтен арттыра, аэродинамика күрһәткестәрен яҡшырта.
Илдең мәғариф һәм фән министрлығының стратегик үҫеш департаменты директоры Юрий Казаков Евразия фәнни-мәғариф үҙәге стендын ҡарағандан республиканың инфраструктура һәм фәнни проекттарын юғары баһаланы. Башҡортостан төбәктәрҙең фәнни-технология үҫеше рейтингында почетлы дүртенсе урынды алды. Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең әүҙем эшмәкәрлеге был еңеүҙең нигеҙе булып тора, тине ведомство етәксеһе. Һәм был әүҙемлек үҫешә генә.
Йәш ғалимдар конгресында Евразия фәнни-мәғариф үҙәге Рәсәйҙең Менделеев исемендәге химия-технология университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы яҡтар берҙәм инновацион проекттар, алдынғы технологиялар һәм юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләйәсәк.



