Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында хәрбиҙәр өсөн кейем-һалым тегелә

Махсус операция өсөн. Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында хәрбиҙәр өсөн кейем-һалым тегелә. Бөр төркөм ирекмәндәр башлаған эшкә урындағылар әүҙем ҡушылған. Бөгөн битараф булмаған халыҡ сираттағы гуманитар ярҙам туплау менән мәшғүл. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Һәр кейемгә Еңеү символы һаналған Георгий таҫмаһы тегелә. Был фронт яланындағы һалдаттарҙың ихтыяр көсөн арттырыр тигән ышаныста тегенселәр. Теген машинка артында төрлө һөнәр эйәләре бар, уларҙы еңеүҙе яҡынайтыу теләге берләштерә. Ирекмәндәр эштән һуң, ял көндәрендә лә цехҡа ашыға. Етештереүгә балалар ҙа ҡушылған.

Гуманитар ылау туплау менән урындағы бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнә башлай. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ярҙам итергә теләүселәр ҙә арта, хатта күрше ауылдарҙан килеүселәр бар. Бөгөн ирекмәндәр кейем тегеү генә түгел, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар туплау менән дә шөғөлләнә.

Йылыны һаҡлаусы был кейемдәрҙе ауыл халҡы үҙҙәре йыйған аҡсаға һатып алған. Һалдаттарҙың кәйефен күтәрер өсөн пакет эсенә балалар яҙған хат һәм татлы күстәнәс тә һалына. Махсус операция биләмәһенә ылау ике аҙнанан ебәреләсәк.

Бөгөн тегенселәрҙең продукция ассортименты киң. Балаклава, өҫкө һәм аҫҡы кейемдәрҙе флистан тегәләр. Һыу үткәрмәүсән материал еңел дә, йылыны ла һаҡлай. Өлкән йәштәрәк ҡатындар махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы ойоҡбаштар та бәйләй. Сеймал ла хәйриә аҡсаһына һатып алалар.

Әйткәндәй, цехтағы етештереү ҡалдыҡһыҙ. Ҡалған туҡыма өлөштәренән оҫта ҡуллы ҡатындар мендәрҙәр яһамаҡсы. Тегеү процесын тиҙәйтер өсөн, цехта туҡыма киҫеү өҫтәле талап ителә. Был мәсьәләлә битараф булмағандар ярҙам итер, тип өмөтләнә тегенселәр.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ