Был хаҡта ҡаланың йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенән хәбәр иттеләр. Инспекторҙар билдәләүенсә, ҡыш етеү менән баш ҡалала стихиялы күңел асыу урындары барлыҡҡа килеүе ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Уларҙың күбеһе ғүмергә хәүеф менән янаһа ла, ҡайһы берәүҙәр мәғлүмәт аншлагтарын һәм баннерҙарҙы һанға һуғырға ашыҡмай. Тауҙағы фажиғәләрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән рейдтарҙың береһендә БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Перинаталь үҙәк артындағы был тау битләү киҫкен хис-тойғо кисерергә теләүселәрҙең яратҡан ял итеү урынына әйләнгән. Сөнки тура һуҡмаҡ ҡар яуыу менән һырғалаҡҡа әүерелә. Мәғлүмәт стендтары һәм шыуыуҙы тыйыу тураһындағы күп һанлы иғландар, күрәһең, иҫәпкә алынмай. Был хаҡта яңы эҙҙәр һөйләй.
Шунда уҡ экстремаль ял яратыусы компания осраны. Үҫмерҙәр үҙҙәренең тауҙан шыуырға килгәнен йәшермәй. Текә тау, юл буйында үҫкән ағастар уларҙы ҡурҡытмай. Йәштәр фекеренсә, бында хәүефле бер нәмә лә юҡ.
Әммә Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге статистикаһы кирене һөйләй. Бер нисә йыл элек тап ошо тауҙа бер ҡатын һәләк булған. Ә быйылғы миҙгелдә йәнә ғәҙәттән тыш хәл теркәлкән.
Хәүефле тауҙар хатта күп ҡатлы йорттар эргәһендә лә бар. Мәҫәлән, Ғабдулла Амантай урамындағы ихаталарҙа. Текә тауҙар балалар күңеленә хуш килгән. Уларҙы хатта ҡаршылыҡтар ҙа ҡурҡытмай.
Яҡында ғына инспекторҙар тағы ла бер стихиялы тауға юлыҡҡан, уны шартлы рәүештә «бер яҡҡа» тип атағандар. Сөнки ул туп-тура автомобилдәр юлына төшә.
Бында инде хәүефһеҙ тауҙар йыйыла. «Ҡашҡаҙан» паркында белгестәр ағас конструкция төҙөй. 10 метр оҙонлоҡтағы ҡоролманы Мәскәүҙән килтергәндәр. Быйылғы миҙгелдә Өфөнөң Октябрь районында ошондай ике тау буласаҡ. Икенсеһе «Спорт һарайы» эргәһендә. Дөйөм алғанда, сертификацияланған тауҙар баш ҡаланың һәр райондарын ла төҙөлә.
Илдар Байбулатов



