Ул вуздың Берҙәм инновациалар комплексына инә. Мебель эшләү цехы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Станокты ҡағыҙҙағы схемаға ҡарап көйләү һәм бер төймәгә баҫыу ғына етә. ЛДСП киҫәгенән буласаҡ китап кәштәһенең бер детале әҙер. Баҙарҙа мебелгә хаҡтар арта башлағас, ятаҡханаларҙы үҙ көсөң менән йыһазландырыу идеяһы тыуа.
Студенттар ҡаласығында урынлашҡан мебель эшләү лабораторияһы тәүге заказдарҙы үтәй башлаған. Әле элекке Өфө дәүләт авиация техник университетының 9-сы ятаҡханаһы яңырыу кисерә. Бинаны йыһазландырыу өсөн 600 мебель комплекты әҙерләнә. Яҡын арала уҡыу аудиториялары өсөн 4 меңдән ашыу парталар эшләү бурысы тора. Ике университеттың ҡушылыу һөҙөмтәһендә, мебелгә ихтыяж арта ғына.
Цехта һаҡсыл етештереү алымы ҡулланыла. Артып ҡалған ағас киҫәктәренән ут һүдергестәр өсөн һауыт эшләнә. Әйткәндәй, студенттарҙың теләгенән сығып, мебелдең төҫөн һайлау мөмкинлеге бар.
Лабораторияла вуз студенттары ла тәжрибә туплай аласаҡ. Әле цех хеҙмәткәрҙәре ятаҡхана, уҡыу аудиториялары өсөн генә түгел, офистарға тәғәйенләнгән өҫтәл-кәштәләр эшләп ҡарай.
Әлфинә Килдейәрова



