Өфөнөң «Химик» мәҙәниәт һарайында Ейәнсура районынан килгән ҙур делегация ҡатнашлығында яҡташтар осрашыуы үтте. Яҡташлыҡ һәм илһөйәрлек хистәрен нығытыусы сара хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
«Химик» мәҙәниәт һарайында Ейәнсура районының социаль-иҡтисади үҫеше өсөн тос өлөш индергән ойошмалар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, билдәле эшҡыуарҙар йыйылған. Ейәнсура яҡташтар ойошмаһы йыл буйына башҡарған эштәргә йомғаҡ яһай, төрлө өлкәләрҙә йәштәргә өлгө булырҙай уңышлы шәхестәренең эшмәкәрлеге менән таныштыра.
Ейәнсура яҡташтар йыйынында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов тәбрикләне. Ул «Буласаҡ ауыл хужалығы, медицина тармағы белгестәрен, педагогтарҙы һәм тренерҙарҙы эшкә көтәбеҙ, йәштәрҙе лайыҡлы эш, йәшәү шарттары менән тәьмин итәсәкбеҙ» тип белдерҙе.
Ейәнсура районынан сыҡҡан шәхестәр бөгөн республиканың ғилми, ижтимағи-сәйәси элитаһын тәшкил итә. Үҙенең тыуған ере, Кесе Ватанынан улар көс-ҡәүәт алып йәшәй.
Ейәнсура районы Өфөнән 337 саҡрым алыҫлыҡта ята. Районда ауыл хужалығының һөтсөлөк, һарыҡсылыҡ тармағы, үҫемселек үҫешкән. Ейәнсуралар йыйынына райондың уңышлы фермерҙары үҙҙәре етештергән ауыл хужалығы продукцияһы күргәҙмәһен алып килгән. Өфөлә йәшәүселәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары үҫәргән ҡатын-ҡыҙҙары бешергән милли аш-һыуҙарҙы ла тәмләп ҡараны.
Ейәнсурала 70 дөйөм белем биреү мәктәбе, 49 мәҙәниәт учреждениеһы , район дауаханаһы, 3 участка дауаханаһы эшләй. Райондың социаль учреждениеларында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү маҡсатын ҡуя. Хужабикәләрен бөтмөрлөк, егәрлелек, шәл бәйләү һәм башҡа ҡул эштәренә оҫталыҡ кеүек күркәм сифаттар биҙәй. Ейәнсураның тиҙҙән үҙ бренды ла буласаҡ. Дебет шәлдәрен хоҡуҡи яҡтан рәсмиләштереү артелдәргә тупланып. эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү даирәһен дә киңәйтәсәк тип күҙаллана.
Ейәнсура яҡташтар йәмәғәт ойошмаһы Өфөлә белем алған район йәштәренә йүнәлеш бирә, өлкән быуын хаҡында хәстәрлек күрә, илһөйәрлек хистәрен нығыта.
Гүзәл Борханова



