3 декабрь - Билдәһеҙ һалдат көнө

Туған илен һаҡлап һәләк булған хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар хөрмәтенә Еңеү паркында митинг ойошторолдо. 20-се быуаттағы һуғыштарҙа һәм хәрби низағтарҙа 2 миллион самаһы Совет һәм Рәсәй гражданы хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 100 меңдән ашыу һалдат хәбәрһеҙ юғалып яу яландарынан кире әйләнеп ҡатмаған. Уларҙың бер өлөшө туғанлыҡ ҡәберҙәрендә ерләнгән. Эҙәрмәндәр һәм ирекмәндәр даими экспедициялар ойоштороп, улар менән бәйле мәғлүмәт туплау эшен дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ