Шишмә районында ҙур фәнни-популяр, тикшеренеү, мәғрифәтселек, мәҙәни-туристик үҙәк ойоштороу планлаштырылған. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итте. Башҡортостан башлығы Евразия күсмә халыҡтары музейы булдырыу башланғысын ярты йыл элек кенә тәҡдим иткәйне. Бөгөн буласаҡ комплексты аныҡ төҫмөрләргә мөмкин. Унда заманса музей технологиялары буйынса экспозициялар ойоштороу ҡаралған. Шулай уҡ биләмәлә кәсепселәр ҡаласығы, сауҙа майҙансығы менән этнография комплексы, күләмле саралар уҙғарыу урыны, башҡорт аты үҙәге менән экомузей барлыҡҡа киләсәк.
Ҡунаҡханалар һәм ҙур шифахана комплексы төҙөлөшө лә планлаштырыла. Республикала булдырыласаҡ объект барса халыҡты үҙенә йәлеп итеп, тамырҙарҙы аңларға ярҙам итер. Көс туплау урыны булыр, -тип яҙа Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.



