Өфөлә тегелгән мәктәп формаһы Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Силәбе һәм Һарытау өлкәләренә оҙатыла. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, Өфө фабрикаһы баҙарҙан киткән сит ил брендтарын лайыҡлы алыштыра. Фабрика продукцияһын маркетплейстарҙа ла алырға мөмкин.
Мәктәп формаһынан тыш, Өфө тегенселәре бында етештерелгән ҡатын-ҡыҙҙар кейем-һалымы һәм аксессуарҙар ҙа һата. Әле предприятие тәүлегенә 3 меңгә яҡын изделие етештерә. Еңел сәнәғәтте үҫтереү республика программаһы буйынса 2020 йылда фабрика сеймал һәм ҡорамалдар алыуға 3 миллион һумлыҡ субсидияға эйә булған. Былтыр ошо уҡ программа буйынса предприятие ҡорамалдар, туҡыма һәм матераиалдарға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтара алған.



