Кушнаренко районы үҙәгендә торлаҡ йорттары тантаналы шарттарҙа газға тоташтырылды

Топорнин урамында йәшәүселәр газ үткәреүҙе тамамлау программаһы ярҙамында зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана башланы.

Рим Йәүҙәт улы Зәүлә Хәкимйән ҡыҙы хәҙер инде хаҡлы ялда. Йорттарына 2019 йылда күсеп сыҡҡандар. Әммә тулы тормош менән йәшәү өсөн газ менән бәйле ҡатмарлыҡтар килеп тыуған. Быйыл ғинуарҙа Гәрәевтарҙың өйөн зәңгәр яғыулыҡа тоташтырыуға заявка бирелгән һәм, ниһайәт, ҡыш менән бергә уларға заман уңайлыҡтары ла килеп еткән.

Кушнаренко районы халҡынан догазификацияға бөтәһе 500-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Әлеге ваҡытта Кушнаренко ауылының Топорнин урамына үткәрелгән яңы селтәрҙәр 50 йортто газға тоташтырырға мөмкинлек бирә. 17 йорт хужалары зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана башлаған да инде.

Йыл аҙағына яҡынлашһа ла республикала догазификация прграммаһы тамамланмай. Халыҡтан барлығы зәңгәр яғыулыҡ үткәреүгә 33 мең ғариза ҡабул ителгән. Бөгөнгә 26 мең өйгә тиклем газ торбалары һуҙылған, 16 меңенә индерелгән. Дәүләт программаһына ярашлы, тағы ла шунса йортто газға тоташтырыу мөмкинлеге бар.

Альберт Лоҡманов, «Газпром межрегионгаз Өфө» йәмғиәте генераль директоры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ