Ғафури районында Hyundai Solaris менән Nissan Almera машиналары ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлгән. Архангел - Красноусол юлының 60-сы саҡрымында Nissan Almera автомобиленә идара иткән урында йәшәүсе 61 йәшлек водитель ҡаршы юлға сығып, бәрелештән һуң юл ситенә түңкәрелгән.
Аварияла уның пассажир креслоһында ултырған 56 йәшлек ҡатыны һәләк булған. «Hyundai Solaris»тың 30 йәшлек водителе руль артына эскән килеш ултырған өсөн ике тапҡыр таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған. Аварияның яуым-төшөмлө һауа шарттарында булыуы билдәле. Осраҡ буйынса тикшереү алып барыла. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республика юлдарында теркәлгән 11 юл-транспорт ваҡиғаһында 1 кеше вафат булған, 17 кеше йәрәхәтләнгән



