Республика башлығы указына ярашлы яңы йылға тиклем мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә аҡсалата түләү бирелә. Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Сарала шулай уҡ электрон белем биреү, торлаҡ төҙөлөшө хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Көнкүрештәге проблемалар күп осраҡта кеше факторына, яуапһыҙлыҡҡа бәйле. Мәҫәлән, беҙ баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдарҙың торошо хаҡында йыш һөйләйбеҙ. Был йорттарҙа йыл әйләнәһенә йәшәгән ғаиләләр бар, әммә яҙлы-көҙлө юлдар үтеп сыҡҡыһыҙ батҡаҡҡа әйләнә. Быйыл ошо һорау дәүләт кимәлендә күтәрелә һәм баҡсасыларҙың форумы ойошторола. Республика башлығы ширҡәттәргә юлдарҙы тәртипкә килтереү бурысын ҡуя, әммә эш илке-һалҡы башҡарыла. Радий Хәбиров подрядсы ойошмаларҙы яуапҡа тарттырырға ҡушты.
Оператив кәңәшмәлә торлаҡ төҙөлөшө хаҡында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар менән йышыраҡ осрашырға ҡушты 2024 йылда был проблемалы йорттар файҙаланыуға тапшырылып бөтөргә тейеш.
Тағы ла бер проблема табиптарға электрон яҙылыу менән бәйле. Йәмәғтәселек поликлиникаларға эләгеп булмауға зарлана. Республика башлығы әйтеүенсә, әле пандемия осоро ла, башҡа сирҙәр ҡоторған осор ҙа түгел. Бары тик медицина учреждениеларында эшмәкәрлекте тәртипкә килтереү мотлаҡ.
Оператив кәңәшмәлә электрон белем биреү сифаты ла тикшерелде. Шулай уҡ мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам юлдары барланды. 26 декабргә тиклем билдәләнгән критерийҙарға тап килгән ғаилә ағзаларының һәр береһенә аҡсалата ярҙам күрһәтелә.
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары хаҡында ла иғлан итте. Республика башлығы указына ярашлы, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға, уларҙың ҡатындарына, бәлиғ булмаған балаларына, юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында белем алған 23 йәшкә тиклемге ул-ҡыҙҙарына 20 мең һум түләү ҡаралған, матди ярҙам яңы йыл алдынан бер тапҡыр бирелә.



