Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле 3 процент тәшкил итә

Тарихи минимум Мәшғүллек хеҙмәте барлыҡҡа килгәндән бирле, йәғни 1991 йылдан һуң, икенсе тапҡыр теркәлгән. Был Волга буйы округы субъекттары араһында уртаса күрһәткестән дә кәмерәк. Ошо турала журналистар менән әңгәмәһендә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

Йыл башынан алып, 23 меңдән ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән. Быйыл республикала мәшғүллек кимәлен һаҡлау маҡсатында 4 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, уның яҡынса яртыһы төбәк ҡаҙнаһынан бүленгән. Бынан тыш, республика мәшғүллек үҙәктәренә 100 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 60 проценты хеҙмәт урыны тәьмин ителгән. Брифинг барышында тағы ла йәштәр һәм инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу, эшһеҙҙәрҙе уҡытыу, хеҙмәт хаҡы кимәле һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Эшһеҙлек кимәлен кәметеүҙә Рәсәй Хөкүмәте башланғысында тормошҡа ашырылған хеҙмәт баҙарын ҡеүәтләндереү саралары ҙур роль уйнаны. Әйтәйек, республика предприятиеларына ҡыуылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәрҙең эш урынын һаҡлап алып ҡалыуға 1 миллиард ярым һум аҡса йүнәлтелгәйне. Һөҙөмтәлә 32 мең кеше үҙ урынында ҡалды.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ