Башҡортостан Башлығы ирекмәндәрҙе Волонтерҙар көнө менән тәбрикләне

Ул мохтаждарға ихлас ярҙам ҡулы һуҙыусыларға ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе. Был йәштәр генә түгел, мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм көмөш быуын волонтерҙарын берләштергән ойошма. Пандемияның ике йылында күп ауырлыҡтарҙы уларҙың иңе күтәрҙе, рәхмәт һеҙгә тип белдерҙе Башҡортостан башлығы республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Спорт ярыштары булһынмы, мәҙәни саралармы, улар һәр саҡ ваҡиға уртаһында ҡайнай. Социаль өлкәлә иһә уларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ирекмәндәрҙең олоһо ла, кесеһе лә - алғы һыҙыҡта. Иглин районында ғына әле ике йөҙҙән ашыу волонтерҙар ойошмаһы эшләй.

Ирекмәндәр көнө, волонтерлыҡ һәм мохтаждарға эскерһеҙ ярҙам эшенә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсатын ҡуя. Бөгөн Башҡортостанда меңдән ашыу волотерҙар ойошмаһы иҫәпләнә, 70 мең самаһы ирекмән теркәлгән. Республикала уҙғарылған бер генә күләмле сара ла уларҙан тыш уҙмай. Пандемияның ике йылында күп ауырлыҡтарҙы уларҙың иңе күтәрҙе, рәхмәт һеҙгә тип белдерҙе Башҡортостан башлығы республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Әле йәмғиәт ирекмәндәр иғтибарына айырыуса мохтаж. Волонтерҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен, ата-әсәләренә ярҙам итә. Улар 2021 йылда урман янғындарын һүндереүгә лә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе. Бөгөн юғалған кешеләрҙе эҙләү, һыуҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡотҡарыусылар таянысына әйләнгән волонтерҙар тәбрикләнде.

Әлбиттә, янғын һүндереү, һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарыу, аҙашҡан кешеләрҙе табыу эше тәртибен белгән ирекмәндәр алыштырғыһыҙ ярҙам. Әммә шул уҡ профессиональ ҡотҡарыусыларға кәрәк сағында һыу биреп тороусылар ҙа кәрәк бит. Ирекмәндәр хеҙмәтенән бер ҙә баш тартмайбыҙ һәм оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Марат Латипов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе

Ирекмәндәр көнөн көсөн, ваҡытын йәлләмәй йәмғиәткә ярҙам итеүсе һәр кем билдәләргә хоҡуҡлы. Волонтерҙар рәтенә баҫыу өсөн әүҙем , көслө рухлы, оло йөрәкле булыу ҙа етә. Теләк булғанда, изгелек ҡылыуҙың юлдары ла ябай. Йәмәғәт транспортында оло йәштәгеләргә урын биреү ҙә ирекмәнлек һанала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ