Ирекмәндәр көнө уңайынан «Берҙәм Рәсәй» партияһы партнерҙары балаларға бүләк тупланы

«Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы» тип аталған акция сиктәрендә 15 меңгә яҡын уйынсыҡ йыйылған. Республика балалар клиник дауаханаһында дауаланған малай-ҡыҙҙарҙы ҡыуандырыу сараһына Өфө мәктәптәре, балалар баҡсалары, дәүләт учреждениелары һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡушылған.

Дауаханаларҙа оҙаҡ дауаланған балалар өсөн ҡаралған бокстарҙа уйынсыҡтар, ижад өсөн кәрәк-яраҡтар, конструкторҙар һәм башҡа әйберҙәр урын алған. Табиптарҙың кәңәше буйынса бүләктәр дауаханала хәүефле сирҙәрҙән дауаланған малай-ҡыҙҙарға тапшырыла. Киләһе йыл акцияға республиканың бөтә район-ҡалаларын йәлеп итеү күҙаллана.

Был бүләктәрҙе яман шеш менән ауырыған, ауыр йәрәхәтләнгән, нейро сирҙәрҙән яфаланған балаларға таратасаҡбыҙ. Дауаханала оҙаҡ ваҡыт дауаланырға мәжбүр кескәйҙәрҙең кәйефен күтәреп, уларға яҡшы тәҫьорат булдырырға тырышасаҡбыҙ.

Рөстәм Байрамғолов, Республика балалар клиник дауаханаһының онкология һәм гематология бүлеге мөдире
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ