Хәйбулла районы Первомайское ауылы ағинәйҙәре башҡорт йолаларын тергеҙеп, никахлашҡан йәштәргә килен төшөрөү йолаһын күрһәтте. Үҙ төбәгенә хас үҙенсәлектәргә бай йоланы өләсәйҙәр ауыл халҡы менән берлектә сәхнәләштерҙе.
Килен яңы урынға ныҡлы ерекһен өсөн, «төшкән урыныңа таш булып бат» тип ҡаршы ала ағинәйҙәр. Йолаһына ярашлы, аяҡ аҫтына йомшаҡ мендәр һалына, йәштәргә тормоштары татлы булһын өсөн бал һәм май ҡаптырыла. Оло быуын вәкилдәре матур йоланы сәхнәләштереп кенә ҡалмай, тормошта ла ҡуллана.
Первомайское ауылында ағинәйҙәр ойошмаһы 2015 йылда барлыҡҡа килгән, унда башлыса ауылға килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙҙар, уҡытыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар советына ингән гүзәл заттар инә. Улар районда актив эшләгән берләшмәләрҙән һанала. Өләсәйҙәр ҡул эштәре менән дә шөғөлләнә. Уларҙың эштәренән төҙөлгән күргәҙмә сараға йәм өҫтәй. Рәйсә Ниғәмәтованың ырғаҡ менән бәйләгән түшелдеректәре үҙенсәлеге менән айырылып тора.
Йолаларҙы тергеҙеү, киләһе быуынға өйрәтеү - оло быуындың изге бурысы. Ошондай сараларҙың үткәрелеүе, халҡыбыҙҙың милли үҙ-аңың һаҡлап ҡалырға тырышыуы - милләтебеҙҙең киләсәге хәйерле буласағына ишара.
Лилиә Мәҡсүтова



