Өфөлә «Йәшә. Ярат. Ижад ит» арт-фестивале үтте

Рәсәй йәштәренә грант ярҙамында «Арт-фестиваль». «Йәшә. Ярат. Ижад ит» сәнғәт фестивале баш ҡалабыҙҙа йәштәр сәйәсәте ҡанаты аҫтында эшләүсе студияларҙа һәм клубтарҙа шөғөлләнгән ижади көстәрҙе йыйҙы. Ҡыл ҡәләм оҫталары, бейеү сәнғәтен үҙ итеүселәр, драма түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр, йырға һәләтле балалар һәм үҫмерҙәр һәр береһе үҙ йүнәлешендә яңы мөмкинлектәр менән танышты, остаздарҙың оҫталыҡ дәрестәрендә тәжрибә тупланы.

Рәсәй йәштәре гранты ярҙамында «Арт-фестиваль» һәләтле йәштәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Улар һынлы сәнғәт, хореография, театр һәм вокал буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, үҙҙәрен импровизация тип аталған бәләкәй конкурста һынап ҡараны.

Марина Таран, «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ