Ир-егеттең аҫылы, тыуған яғымдың даны

Ошондай исем аҫтында Ҡаратал ауылында юбилей сараһы үтте. Байрам мәктәп директоры, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Рим Сөләймән улы Йәнбирҙиндың 65 йәшлек юбилейына арналды.

Йәш сағынан һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, бөгөн күркәм юбилейын яратҡан эшендә, коллегалары, уҡыусылары араһында ҡаршы алыуы үҙе бер бәхет.38 йыл педагогик хеҙмәт стажының, 36- һы директор вазифаһында .Бөгөн дә ул эшкә дәрт, сәм һәм яңы идеялар менән килә.

Рим Йәнбирҙиндың хеҙмәт юлы алыҫ 1975 йылдарҙа башлана. Әрме сафынан һуң уҡытыусы булырға ҡарар итә һәм Башҡорт Дәүләт Университетының тарих факультетына уҡырға инә.Районға эшкә ҡайтҡан йәш белгескә‐ уҡытыусы, мәктәп директоры, ауыл биләмәһе башлығы,совхоз секретары порткомы вазифаларын башҡарырға тура килә. Ҡаратал мәктәбен төҙөп сығыуҙа Рим Йәнбирҙиндың көсө ҙур.

Оҫта директор уңышлы мәктәп.Был һүҙ тап юбиляр тураһында. Әле районда беренселәрҙән булып Ҡаратал мәктәбендә һәр йома милли кейем көнө тип иғлан ителгән.Ауылдың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша Рим Сөләймән улы, бер нисә йыл ауыл старостаһы эшен дә алып бара.

Бер ҡараһаң ябай ғына хеҙмәт юлы булып күренгән уҡтыусылыҡ эшенә һөйөү менән бағыуы, үҙенә һәм башҡаларға талапсан булыуы Рим Йәнбирҙинға бөгөн яратҡан эшенең емештәрен татырға, уның менән ғорурланырға мөмкинлек бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ