Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы икенсе йыл рәттән республиканың топ-10 инновация милли мәктәптәре исемлегенә ингән. Белем усағындағы уҡытыу процесы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Ата-әсәгә, телгә, илгә һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә. Назар Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһының 2-се класы уҡыусыларының һәр тәнәфесе күңелле һәм фәһемле үтә. Дәрестә лә малай-ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәтә. Һәр эштең башланғысында - тыуған илеңде ярата белеү тора, тип өйрәтә уларҙы синыф етәкселәре. Башҡортостандың Топ-10 инновация милли мәктәптәре исемлегенә ингән гимназия уҡытыусылары барлыҡ дәрестәрҙе лә яңы алымдар ҡулланып үткәрергә тырыша.
Инглиз теле дәрестәрендә төбәк компонентын ҡушып өйгә эш биреү - уңышлы тәжрибә. Уның яраҙмында уҡыусылар республиканың район-ҡалаларын, ер-һыу атамаларын, милли аш-һыуын, билдәле урындарын ентекле өйрәнә. Ә бына 7-селәр иһә башҡорт әҙәби теле үҙенсәлектәре һәм уның диалекттары менән таныша. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Руфина Зәки ҡыҙы төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса методик ҡулланманың авторҙашы. Уңайлы таблицаларға һыйҙырылған был белемде ул уҡыусыларға ла тарата.
Башҡорт халҡының этномәҙәни традицияларына нигеҙләнеп гимназияла уҡытыу буйынса үҫеш программаһы төҙөлгән. Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, баланың сифатлы белем алыу хоҡуғын тәьмин итеү бурыстарын үҙ эсенә алған программа уңышлы эшләй.
Теүәл 15 йыл элек сафҡа ингән белем усағында әлеге ваҡытта 545 бала белем ала. Икенсе йыл рәттән беренселәрҙән өс класс төҙөлә. Уҡырға килергә теләүсе һәр бала, уның ата-әсәһе менән ентекле әңгәмә үткәрәбеҙ, ти гимназия директоры. Мәктәптә 32 педагог эшләй, уларҙың күбеһе ил һәм республика кимәлендә танылыу яулаған, юғары категориялы уҡытыусы.
Назар Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһы икенсе йыл рәттән иң яҡшы инновация милли мәктәптәре исемлегенә инә. Рейтинг дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының уртаса балына, Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән сығарылыш уҡыусылары, төбәк һәм Бөтә Рәсәй олимпиадалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһында еңеүсе һәм призерҙар иҫәбенә ҡарап төҙөлгән. Белем усағы киләсәктә лә юғары кимәлде төшөрмәҫкә һәм сифатлы белем биреп, яңы уңыштарға өлгәшергә ниәтләй.
Әлфинә Килдейәрова



