Улар - медицина, нефть, фән һәм технологиялар, аграр юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федереаль тикшеренеү үҙәгенә ҡараған институттар хеҙмәткәрҙәре.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрә яҙыуынса, яҡташтарыбыҙ сит илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарында биотехнология, ауыл хужалығы, фармацевтика фәндәре, информатика, инженер механикаһы һәм электроника кафедралары һәм лабораторияларына барасаҡ.
Был стажировка Башҡортостан вәкилдәренә квалификацияһын күтәрергә, беҙҙең өсөн дуҫ булған дәүләттең ғилми берләшмәһе менән танышырға һәм бәйләнештәр булдырырға, проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн партнерҙар табырға мөмкинлек бирер, тип яҙған республика етәксеһе.



