Мобилизацияланыусылар ғаиләһенең һәр ағзаһына 20 мең һум аҡса

Бөгөндән Башҡортостанда мобилизацияланыусылар ғаиләһенең һәр ағзаһына 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башлай. Пособие алыусылар исемлегенә хәрбиҙең законлы никахта торған ҡатыны һәм бәлиғ булмаған һәр балаһы, шулай уҡ мәктәптә, профессиональ йәки юғары белем биреү ойошмаларында көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары инә.

Төп шарт - уларҙың барыһы ла республика биләмәһендә йәшәргә тейеш. Ә бына студенттың ҡайҙа белем алыуы мөһим түгел. Түләү алыу өсөн илдең башҡа ҡалаларында белем алыусы студенттарҙан уҡыған ерҙәренән справка килтереү генә талап ителә

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ