Билдәле блогерҙар һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары бер сәхнәлә

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында «Бәйләнештә» тип исемләнгән үҙенсәлекле концерт үтте. Бындай тамаша республикала тәүгә йәш режиссер Регина Ишбулатова башланғысында ойошторолған. Ике ижад йүнәлештәре вәкилдәре билдәле хиттарҙы башҡарып, тамашасыға өр-яңы композициялар тәҡдим итте. Филармония сәхнәһендә Азамат Тимеров менән уның улы Арыҫландың, Тимур Рамаҙанов менән «Мисс Илнара» блогы авторы Илнара Рахманғолова һәм башҡа сағыу дуэттар күрергә мөмкин ине.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ