Ишембай ҡалаһының Бурансы микрорайонында йәшәүселәр башҡорт батальондарына техника ебәрергә ҡарар иткән йүнселдең изге башланғысына ҡушылып, хәрбиҙәргә йылы кейемдәр, медицина кәрәк-яраҡтары туплаған.
Өлөшләтә мобилизацияға башланыу менән Ишембай ҡалаһында йәшәүсе гүзәл заттар берләшеп, Ватан һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға йөн ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләй башлаған. Улар һәр кис һайын бер йортта йыйылышып, бәйләм бәйләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәрелгән посылкалар изге теләктәр менән оҙатыла.
Бәйләмдәр менән урындағы халыҡ ярҙам итә. Берәүҙәр иләнгән йөн килтерһә, икенселәре уларҙы һатып алырға аҡса бирә. Ҡатын-ҡыҙҙар билдәләүенсә, мәрхәмәтлек сараһында ҡатнашыусылар көндән-көн арта.
Яңыраҡ урындағы йүнсел башҡорт батальонына автомобиль тапшырырға ҡарар иткән. Ҡатын-ҡыҙҙар был транспортта хәрбиҙәргә йылы өҫ һәм аяҡ кейемдәре лә ебәрәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина



