Белемен һынап ҡарарға теләүселәр «Коррупцияға ҡаршы Бөтә Рәсәй диктанты» сайтына инеп, һорауҙарға яуап бирҙе. Диктант тест формаһында ойошторолған, уға 40 һорау ингән. Шунда уҡ бер нисә яуап тәҡдим ителә, уның берәүһе генә дөрөҫ. Һорауҙарға яуап биреү өсөн ярты сәғәт ваҡыт бирелә.
Былтыр Бөтә Рәсәй диктантында 20 мең кеше ҡатнашҡан, быйыл үҙ белемен тикшерергә теләүселәр һаны күберәк булыр тип көтөлә. Киләсәктә был сараға юғары уҡыу йорттары студенттарын да йәлеп итергә ниәтләйҙәр.






