Журналистарҙың финанс белеме күтәрелә

Бөгөн Башҡортостан матбуғат сараларында халыҡтың финанс грамоталылығын үҫтереүгә бәйле темаларҙы яҡтыртыу буйынса семинар ойошторолдо.

Өфөлә уҙған сараға республика, район матбуғат баҫмаларынан журналистар саҡырылған. Улар алдында иҡтисад белгестәре, банк хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа эксперттар сығыш яһаны. Улар фекеренсә, әлеге заманда халыҡ йыш ҡына мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгә, был кешеләрҙең финанс белеме етмәүҙән килә. Икенсенән, аҡсаны дөрөҫ тотоноу, бюджетты планлаштырыу темаһы ла бар. Журналистар халыҡҡа финанстар менән һөҙөмтәле идара итеү юлдарын еткерергә тейеш. Ә кешегә аңлатыу өсөн тәү сиратта үҙеңдең белемең булырға тейеш.

Журналистар фекеренсә, был семинар бик урынлы. Сөнки кешеләр мутлашыусыларҙан алданып, аҡсаһын юғалтҡандан һуң, был хаҡта яҙыуҙан фәтеүә әҙ. Алдан уҡ профилактика эштәре алып барыу, аңлатыу мотлаҡ. Матбуғат саралары был теманы даими яҡтыртҡан осраҡта, финанс грамоталылыҡҡа ҡараш та үҙгәрәсәк. Мәҫәлән, «Башҡортостан» гәзите иҡтисад өлкәһенә даими иғтибар бүлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ