«Великий Устюг» ҡалаһында белемен камиллаштырып ҡайтҡан Ҡыш бабай тәжрибә уртаҡлашты. Өфөлә асыласаҡ Ҡыш бабай резиденцияһында ҡунаҡтарҙы ҡаршы аласаҡ хеҙмәткәрҙәр дөрөҫ итеп гримм һалырға, ҡотлау һүҙҙәре әҙерләргә, ҡыҫҡаһы, тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итергә өйрәнде. Баш ҡалала Яңы йылға арналған мәҙәни программа 14 ғинуарға тиклем дауам итә.



