Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрында тәүгә тифлокомментатор ярҙамында спектакль күрһәтелде. «Хужа Насретдиндың алтын ишәге» тигән музыкаль комедияны мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡолаҡсындар кейеп тыңлап ҡараны.
Сәхнә әҫәре үҙгәртелмәне, бары ваҡиғалар үҫеше комментатор оҙатыуында тәҡдим ителде. Башҡорт театр сәнғәтендә бығаса тифлокомментаторҙар йәлеп ителгәне булмаған. Стәрлетамаҡ театрындағы проект хәйриә фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды.



