Уҙған ял көндәрендә ауыл халҡы 20 градус һыуыҡта йылыһыҙ тороп ҡалған. Трансформатор подстанциялары юғары көсөргәнешле электр энергияһын үткәрә алмауҙан башлыса биләмәнең төньяғында йәшәүселәр зыян күргән. Проблема сәбәптәрен БЮТ хәбәрсеһе асыҡланы.
Туристик плитәне Юлия Бондареваға походта түгел, йорт эсендә файҙаланырға тура килә. Ҡоролма аҙ ғына булһа ла, йылылыҡ тота. Утһыҙ ҡалған төндө ике сабый тәрбиәләнгән ғаиләнең йортонда йылытыу ҡаҙаны ла һүнә. ОШоға оҡшаш хәлдәр даими ҡабатланып торһа ла, уҙған ял көндәре һүнгән ут төнө буйы тоҡанмай йәш ғаиләнең үҙәгенә үтә. Йәштәр электр энергияһын экономияларға тырышһа ла, квитанцияларҙа күрһәтелгән суммалар аҙ түгел.
Проблема Есенинский-3 комплексында йәшәүсе тиҫтәләгән ғаиләләргә ҡағыла. Улар барыһы ла йорттарын электр энергияһы ярҙамында йылыта. Халыҡ әйтеүенсә, аварияларҙың аҙнаһына ике тапҡыр ҙа ҡабатланыуы ихтимал.
Йәкшәмбе төндә «Нуғай-премиум» биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә утһыҙ ҡала. Йыш ҡына бындай авариялар арҡаһында электр ҡорамалдары ла сафтан сыға, ти халыҡ. Ҡараңғыла ҡалған яҡынса йөҙ йорттоң барыһын да «Бөрө электр селтәрҙәре» ойошмаһы хеҙмәтләндерә. Электр ҡорамалдарын ремонтларға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәргә авария урынына барып етеү өсөн сәғәт ярымдан ашыу ваҡыт талап ителә. Әммә бәлә бының менән генә сикләнмәй.
Авария ваҡытына Нуғай ауылы мәктәбендә туҡланыу һәм төн сығыу өсөн ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолдо. Электр тәьминәте сафтан сығыу сәбәптәрен Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендә үткән ултырыш барышында билдәләнеләр.
Район властары электр бүлеүгә бәйле хәлде прокуратура ҡатнашлығында асыҡламаҡсы. Әлеге ваҡытта Нуғайҙа газ үткәргес торбалар һалыу эше алып барыла. Яҡын арала зәңгәр яғыулыҡтың йорттарға инеүе һәм Нуғай халҡының Яңы йылды йылы өйҙәрҙә ҡаршы алыуына өмөт ҙур.
Рәзилә Ғиниәтуллина



