Бының өсөн республикала заманса медицина техникаһы ла, белгестәр ҙә етерлек. Һәр кемдең үҙ һаулығына иғтибарлы булып, йәшәгән урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итеүе генә кәрәк. Анализдар буйынса ентекле тикшереү барышын БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтте.
Биологик материалдар тултырылған колбалар заманса аппаратҡа урынлаштырыла. Һанаулы ғына минуттар эсендә анализ үткәрелә. Компьютер экранында уның һөҙөмтәләре сағыла.
13-сө клиник дауаханала сит ил ҡорамалы менән бер йылдан ашыу медицина тикшереүҙәре эшләнә.
Республикала бындай юғары кимәлдәге технологиялы биш лаборатория эшләй. Өфөлә онкологик диспансерҙа, Стәрлетамаҡта 2-се дауаханала, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһында. Башҡортостан буйынса анализдар ошо лабораторияларға килтерелә һәм тиҙ арала тикшерелә.
Анализ буйынса онкомаркер ыңғай һөҙөмтә күрһәтһә, пациент тикшереүҙең икенсе этабына йүнәлтелә. Узи, эндоскопия һәм башҡа ысулдар менән тайпылыштың сәбәбе асыҡлана.
Йыуан эсәктәге полип диагнозы йылына 3 мең тирәһе пациентҡа ҡуйыла ти, табиптар. Уны алып ташламағанда, яман шешкә әйләнеү-е ихтимал. Рактың был төрө пациенттарҙың 20 процентында 4-се стадияла табыла. Һуңғы сиктә уны дауалау ҙа ҡиммәткә төшә, хаҡтың ғүмергә торошло булыуы ла мөмкин.
Йыуан эсәктәге яман шеште иртә стадияһында асыҡлау кеше ғүмерен һаҡлап ҡала. Бының өсөн диспансер тикшереүен мотлаҡ үтергә кәрәк. Был анализ 40 йәштән өлкән һәр кемгә ҡаралған, ти белгестәр.
Рәмилә Исмәғилева



