Башинформ мәғлүмәт агентлығында «Ярҙам-изгелек ҡылыу ваҡыты» проекты геройҙары тәбирикләнде

Изгелек эшләргә ваҡыт һәм хәләл көстәрен йәлләмәүселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Заман геройҙары, ябай, ихлас шәхестәребеҙ хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Беҙҙең арала изге күңелле, йомарт кешеләр күберәк булған һайын, томошобоҙ ҙа күркәмерәк, тигән фекерҙә, сараны ойоштороусылар. Әлегә йөҙҙән ашыу шәхестең хәйриә эштәре хаҡында йәмәғәтселек мәғлүмәт саралары аша белгән. Асҡын районы Барахаевка ауылынан тимерсе Эдуард Тимерғәлин үҙ теләге менән район мәсеттәрен, ҡорам адарын кәртәләй, арт-объекттар төҙөй, шишмәләргә яңы һулыш бирә. Күрһәткән ярҙамын һәм эштәрҙе ихлас йөрәктән яҡташтарының тормошон йәмләү маҡсатында башҡара. Мулламәтовтар ғаиләһе Асҡын ауыл, район мәктәптәренә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә бал менән ярҙам итә.

Ярҙамсыл кешеләҙе тәбрикләү тантанаһына саҡырылыусылар араһында Баймаҡ ауылынан эшҡыуар Нурғәли Рахманғолов Байыш ауылында йәшәүселәрҙе күпер төҙөп ҡыуандыра. Урман сәнәғәте менән шөғөлләнеүсе эшҡыуар ике ярҙы тоташтырыусы күперҙе ике көндә ауылдаштары менән бергәләп, үҙенең ҡеүәтле техникаһы ярҙамында төҙөй.

Әлшәй районында йәшәүсе почтальон Илнур Шакир улы Дәүләтов иһә өлкән быуын вәкилдәренә пенсия таратыуҙан тыш, ваҡ донъя мәшәҡәттәрен дә үҙ иңенә ала. Балалары йыш ҡайтып йөрөй алмаған осраҡтарҙа хаҡлы ялдағыларға ярҙам ҡулы һуҙа.

Башинформ мәғлүмәт агентлығында 17 йүнәлештә ихлас ярҙам ҡулы һуҙған ике тиҫтәгә яҡын кеше тәбрикләнде. Йомарт һәм изгелекле кешеләр үҙҙәренең ҡылған ғәмәлдәре хаҡында һөйләп бармай, улар эшмәкәрлеген киң йәмәғәтселеккә мәғлүмәт саралары аша «Башинформ» журналистары еткерә.

Улар үҙ иҫәбенә күперҙәр һала, мәсеттәр төҙөй, ауыл почтальоны кеүек өлкән быуын хаҡында хәстәрлек күрәю Изгелектән изгеле тыуа, ти проект авторҙары. Был изгелекте ябай, баҫалҡы һәм әҙәпле кешеләр башҡара.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ