Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен Яңы йыл менән ҡотлау ойошторола

Өфөләге сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә байрам йәрминкәләре үтә. Унда яугирҙәр өсөн бүләктәр алырға һәм ебәрергә мөмкин. Төп локация урындарында “Бөтәһе лә Еңеү өсөн”, “Беҙ бергә” тигән яҙмалар ҡуйыла. Өфө мэрияһында үткән оператив кәңәшмәлә Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе Айгөл Хәсәнова ошо турала белдерҙе. Әйткәндәй, Өфөлә Яңы йылды ҡаршылау өсөн ике төп майҙансыҡ булдырыла. Береһе – Ленин исемендәге майҙанда, икенсеһе – “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙанда була. Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәре һәм предприятиелар алдында 100-гә яҡын шыршы биҙәлә. Өфөлә 230-ҙан ашыу яңы йыл ҡаласығы була, 31 боҙ майҙансығы, 90 хоккей ҡумтаһы, 20-нән ашыу саңғы трассаһы һуҙыла. Ағиҙел йылғаһы ярында Ҡыш Бабай ихатаһы булдырыла.

Фото №1 - Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен Яңы йыл менән ҡотлау ойошторола
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ