Йыл аҙағына тиклем 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин ошо турала белдерҙе.
Авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе фатир менән тәьмин итеү маҡсатында адреслы программа тормошҡа ашырыла. 2023 йылға тиклем 20-гә яҡын хакимиәт биләмәһендә 45 күп фатирлы йорт төҙөү ҡарала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алданған өлөшсөләр проблемаһына ҙур иғтибар бирергә ҡушты. “Һәр йорт буйынса аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителгән”, - тине ул.
Республикала ипотека биреү кәмей төшкән. Шул уҡ ваҡытта ауыл ипотекаһын алыусылар артҡан. Башҡортостан был программа буйынса лидерҙар араһында. Йыл башынан республикала йәшәүселәр 790 льготалы кредит алыуға ирешкән. Уның дөйөм суммаһы 2 миллирд һумдан ашыу.




